Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
11 Октября 2021, 11:20

Шул ғына етмəгəйне

Ҡош киҙеүе килеп сыҡты, Туймазы районының бер нисә ауылында карантин, ҡоштарҙы юҡ итәләр (фотола). Был киҙеү хатта кешегә лә йоға ала икән тиҙәр. Шуға властар тиҙ арала, ҡар ятҡанын, туңдырғанын көтмәй, ҡош-ҡортто бысаҡларға саҡыра - туңдырғыстар һәр кемдә бар. 

Шул ғына етмəгəйне
Шул ғына етмəгəйне

Беҙҙең районыбыҙҙа шəхси ихаталарҙа 40 меңдəн ашыу ҡош-ҡорт барлығы билдəле. Əгəр ҙə берəй ауылда ҡош киҙеүе осрағы теркəлһə, бөтə район карантинға ябыласаҡ. Шуға күрə һəр кем яңы инфекцияға шиге булһа, шунда уҡ, 8 (34757)62319, 62075, 89373316015 телефон һандарын йыйып, район ветеринария үҙəгенə хəбəр итергə тейеш. 

Вирус элəктергəн ҡоштарҙы нисек айырырға? Уларҙа тəбиғи булмаған ҡылыҡ күҙəтелə: ҡош башын борғолай, муйыны ҡыйшая, йомортҡа һалмай башлай, ашамай, хəлһеҙлəнə, эсе китə, йүткерə, сөскөрə, томшоғонан ҡан аға. Тауыҡтарҙың кикереге шешə, күк төҫкə инə. Был вирустың кеше өсөн дə хəүефле булыуын оноторға ярамай. Ҡоштарға ҡағылғанда, йомортҡаны, итте тейешле бешермəй ашағанда вирус кешегə лə йоғоуы ихтимал. Башҡа вирус кеүек, тиҙ үҙгəреүсəн, мутацияға бирелеп барыуы менəн хəүефле, шулай уҡ яңы шарттарға тиҙ яраҡлашып барыусан. Вирустың тағы бер насар яғы бар, кешегə килеп элəкһə, кешенəн кешегə лə күсə ала икəн, сөнки беҙҙə ҡош киҙеүенə ҡаршы иммунитет юҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: