Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
19 Октября 2021, 16:49

Сабыр итегеҙ, ҡунаҡбайҙар

Молокан ауылы янында... Яңы завод төҙөлә башлағанмы әллә? Ошолай уйлап, туҡтаныҡ. Бар өмөтөбөҙ юҡҡа булған, газовиктар торбаларын алмаштырырға әҙерләнеп йөрөйҙәр икән. Ташландыҡ иген тогын үҙ итеп алғандар, трасса торбаларын алмаштырыу оҙаҡҡа һуҙылыр ахры, будка ла ҡуйғандар, ҡуна ятасаҡтар.

Сабыр итегеҙ, ҡунаҡбайҙар
Сабыр итегеҙ, ҡунаҡбайҙар
Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы Марина Букрееванан белештек, ҙур ғына компания килгән икән ерегеҙгә, һеҙгә лә, аҡмаһа ла таммаҫмы? Берәй файҙаһы булмаҫмы?
Марина Владимировна - арҡыры ятҡанды буй һала торған ҡатын, ярҙам һораным инде, тине беҙгә. Ҡунаҡбай халҡы алдында уңайһыҙ, әле һыуһыҙ ултыралар. Ошо эштә ярҙам кәрәк тинем. Газовиктар ярҙам итәсәк. Скважинаға яңы насос ҡуябыҙ, әле электр үтә торған кабелдәре кәрәк, уларҙы алып ҡайтып киләләр, Питерҙың үҙенән, ныҡ ҡыйбаттар. Ҡунаҡбай халҡына һеҙҙең аша өндәшәм, саҡ ҡына сабыр итегеҙ, һыу тиҙҙән буласаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: