Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
30 Октября 2021, 12:52

Картуф ашар урынға йогурт эсәйекме?

Вәли САФАРОВ, Илкәнәй ауылы:- Ауылыбыҙҙың күпселек халҡы унда картуф сәсә. Кәңәшләшеү ҙә юҡ, осрашыу ҙа юҡ, һатҡандар ҙа ебәргәндәр еребеҙҙе. Үҙебеҙҙең ергә үҙебеҙ хужа булмай ултыр инде.

Картуф ашар урынға йогурт эсәйекме?
Картуф ашар урынға йогурт эсәйекме?
Рәмилә САБИРОВА, Илкәнәй ауылы:
- Был яңылыҡ башҡа таяҡ менән һуҡҡандай булды. Картуф - икенсе икмәк. Нисек инде ауыл ерендә йәшәп картуф та сәсмәҫкә?
Үҙ еребеҙҙә хәҙер аҡса түләп картуф сәс, аҡса түләп көтөү көт килеп сығамы был? Халыҡты сүп урынына ла күрмәйҙәр... Алдан иҫкәртһәләр булманымы икән? Әле ауылдаштарыбыҙ менән төрлө һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, аптырап башыбыҙ ҡатҡан.
Илкәнәйҙең картуф ере тураһында материал үткән һанда гәзиттә баҫылды. 
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: