Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
30 Октября 2021, 14:21

Шибин кеүек эшләгеҙ

Кинйәабыҙ ауылының Биктимеров урамына асфальт һалып бөттөләр, шөкөр. Уны Шибин ойошмаһы башҡарҙы, рәхмәт. Хәҙер, әле генә, Ғайсин урамына тотондолар, уны башҡа ойошма башҡара, Шибиндыҡылар урамды үҙҙәре таҙартты, былар ни, килде лә, беҙгә эш ҡушты - урамды һеперегеҙ. Был ни була икән? Юлсылар үҙҙәре һалмыш та ахры.

Шибин кеүек эшләгеҙ
Шибин кеүек эшләгеҙ

Тяп-ляп эшләмәкселәрме икән эштәрен? Бер фермерыбыҙ урамды тракторы менән ышырҙы, тегеләрҙең йүнле техникаһы ла юҡ, ниңә грейдер алып килмәнегеҙ тиһәк, ул ҡыйбат тиҙәр. Беҙгә һорау бирмәгеҙ, беҙ наемный ғына тип әйтәләр. Был эште кем контролдә тоторға тейеш, беҙҙең ауыл башлығын улар тыңлар тиһеңме?  

Һорау төҙөлөш буйынса урынаҫарға китте - яуап көтәбеҙ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: