Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
31 Октября 2021, 11:08

Бәләкәй Мусаның ҙур түҙемлеге

Тәлғәт Шаһманов: - Ә район башҡорт ҡоролтайы ҡайҙа ҡарай? Ул ваҡытта бысағыма кәрәкме ул?! Бәләкәй Мусала булған хәл бында ла ҡабатлана. Кемдең ҡулы уйнай?Тәлғәт Ғиндулла улының Илкәнәйгә ҡағылышлы яҙғаны был. Бәләкәй Муса - ҙур бәләгә әүерелмәксе, Юшатыр алдараҡ яҙа биргәйне был турала https://youshatir.ru/articles/borsouly-kh-l/2021-07-25/bash-ort-kuschevka-y-2430518. Тик...

Бәләкәй Мусаның ҙур түҙемлеге
Бәләкәй Мусаның ҙур түҙемлеге
Муса халҡы арыған, ҡайҙа мөрәжәғәт итмәһендәр, бөтөн ерҙән дә яҡлау юҡ. Беҙгә әле генә һөйләгән тарихтарҙы тыңлағас, сәстәр үрә тора яҙҙы (һаман ышанып бөтмәйбеҙ, шуға яҙмайбыҙ, һеҙ ҙә ышанмаҫһығыҙ тип), был хәлдәр беҙҙең ерҙә барамы ысынлап та, уйлап сығарып, ҡабартып һөйләмәйһегеҙме? Иң "гонаһһыҙ"ҙы - ауылдың һыу башняһын да минеке ул, ти икән хәҙер. 
Бәләкәй Мусаның түҙемлеге бөткән - 2 ноябрҙә улар сход йыймаҡсы, рәсми кешеләрҙе лә саҡырҙыҡ, тиҙәр. Был турала, тимәк, киләһе аҙнала репортаж була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: