Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
1 Ноября 2021, 10:10

"Беҙҙә араҡы юҡ"

- Йәнә һеҙгә шылтыратабыҙ инде. Кинйәләр беҙ. Был ни ғәләмәт? Ял көнө, һеҙгә әйткәс, урамды беҙҙән һепертеүҙе туҡтаттылар, тик эштәренең барыбер рәте юҡ. Асфальттары ҡыйыш-мыйыш, йоҡа. Эшселәре аҙырҡ эшләгәс тә, өйҙәр буйлап араҡы эҙләп сығып киттеләр.  - Күмертауҙан алғанды эсеп бөттөк, Түкәндә алдыҡ. Уныһы ла бөттө, кем һата бында? 

"Беҙҙә араҡы юҡ"
"Беҙҙә араҡы юҡ"
Кинйәабыҙҙа береһе лә һатмай, тип аңлатып ҡарайбыҙ, юҡ, өҙмәй ҙә ҡуймайҙар. Барыбер тапманылар. Кискә табан әҙәмгә оҡшай, айный башланылар, ҡараңғыла, тракторҙың утын яҡтыртып, асфальт һалалар - улай ҙа буламы икән? Беҙ - ошонда йәшәгән халыҡ - асфальтҡа аҡса бүленгәс, уны әрәм-шәрәм итмәй, әҙәмсә тотоноуҙарын теләйбеҙ, контроль буламы уларға, юҡмы?
Редакциянан: район хакимиәтенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы  Кинйәабыҙға сығып китте. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: