Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
16 Ноября 2021, 17:28

Газһыҙ ятаҡ

Бүтәне - бүтән, Яңы Таймаҫтағы дөйөм ятаҡ газһыҙ ҡалған. Газпром - халыҡ байлығы - уны-быны уйлап, йәлләп торамы, бурысығыҙ күп тигән дә, торбаһын ҡырҡҡан да киткән - теләһә нисек ҡышла.Бында, беренсе ҡатта, почта, ветеринар, полиция ултыра, йәшәүселәр һаны - 5 кеше.  

Газһыҙ ятаҡ
Газһыҙ ятаҡ
Тупһала бер ир осраны.
- Нисек йәшәп ятыш, өшөмәйһеңме?
- ..., оҫта итеп руссалап һүгенде был, рус һүгенеүе -  үҙе һөнәр, уны тегәләй ҙә, былай ҙа аңлап була, ир кеше әллә зарланды, әллә маҡтанды, аңламаныҡ.
Өҫкә үттек. Бар ине заманалар, был ятаҡҡа эләгеү өсөн ысын һуғыш ине, әле.... Бушлыҡ. Коридорҙар буйлап, һәрмәнеп тигәндәй, йөрөй торғас, йән бер иргә тап булдыҡ.
- Барыһы ла нормаль, электр менән йылынып йәшәйбеҙ, бурыстарҙы түләнек тә һымаҡ, әллә, башҡа бында газ булмаҫ ул, - яңыса тормошҡа өйрәнә башларға ваҡыт тигәндәй булды һүҙе. 
Ятаҡ, ысынында, береһенеке лә түгел, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, бурыс хаҡы ярты миллион һум. Тотош бер ҡаҙна. 
- Таймаҫта йәштәр программаһы буйынса эшкә килгәндәргә торлаҡ юҡ тип яуап бирәләр ҙә баһа, - Данил Акилов ғәжәп итте, - бында ни тотош бер бина ултыра, кер ҙә йәшәй башла. Йәш кешегә самый рас. 
Уныһы шулай, йәш ҡан шәп йөрөй, шулай ҙа уның да газһыҙ тереклек итеүе икеле. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: