Тик кешеләр барыбер юғала. Артурҙы инде нисәмә көн эҙләйҙәр - егет, һыуға батҡандай, ғәйеп. Корпоративтан сыҡҡан еренән алып фатирғаса юлды ҡыҙырғандар, видеокамераларҙы ҡарағандар - юҡ. Ирекмәндәр Күмертау буйлап иғландар элеп сыҡтылар. Бөгөн дә йыйылышырға тейештәр ине, Ирмәләр сауҙа йорто янында, беҙ ҙә барҙыҡ, әммә береһе лә булманы, әллә ышаныстар һүндеме?
Өмөт бар. Беҙ бит яҡшылыҡ һәр саҡ еңә тип ышанып үҫкән кешеләр, Яңы йыл мөғжизәләр мәле, беҙгә бер ниндәй бүләк тә, сюрприз да кәрәкмәй, бары мөғжизә генә кәрәк: ике сабыйың хаҡына, табыл, Артур.