БОРСОУЛЫ ХӘЛ
4 Января 2022, 06:55

Тереләргә түҙем бир

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_66185 Мөғжизә көткән инек бит, хикәйәнең аҙағы әкиәттә генә бәхетле тамамлана тиһәләр ҙә, ысын тормошта ла ниндәйҙер ғәҙеллекме, миһырбанлыҡмы булырға тейеш ине. Артур Яхинды тапҡандар.

Тереләргә түҙем бирТереләргә түҙем бир
Тереләргә түҙем бир

Ҡыҙғанысҡа, тере түгел. Ике сабыйы хаҡына, ниндәй хәлдә, сүрәттә булыуына ҡарамаҫтан, иҫән генә булһын тип меңәрләгән кеше табынды, йөҙәр кеше көн дә, һауа торошоноң ҡалай булыуына иғтибар итмәй, егетте эҙләне. Ҡышҡы селләлә, әллә нисәмә көн юғалып тороу, бер тауыш бирмәү -сәйер, шулай ҙа мөғжизә көттөк, ышандыҡ хатта- донъяла ниндәй генә хәл булмай, бына-бына Артур килеп сығыр ҙа, юҡҡа борсолғанһығыҙ тиер, ике ҡыҙын ҡосағына алыр.

Өмөт һүнде. Бөгөн, яңыраҡ ҡына, Артурҙың кәүҙәһе табылған. 

Урының ожмахта булһын. Ә иҫәндәргә түҙемлек бир, Хоҙай. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас