Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
24 Ғинуар 2022, 12:29

Тыштан ялтырап...

"Балалар китапханаһы". Бик әһәмиәтле (балаға бәләкәйҙән әҙәбиәткә һөйөү уята торған урын), изге яңғырай. Бындай китапханаға тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәт бирер өсөн, янына исем дә өҫтәй торғандар: Ленин исемендәге, Крупская исемендәге....  

Тыштан ялтырап...
Тыштан ялтырап...
Район балалар китапханаһы ғына быларҙың барыһынан да ситтә, теге замандарҙа - социализм үҫешкән ваҡыттарҙа ятып ҡалған. Бында хатта бәҙрәф тә тышта. Бала-саға ҡыҫталһа-нитһә ошонда йүгерә - башҡа әмәл юҡ. Эсенә үттек. Бында ла Брежнев, хатта Хрущев мәле ҡатып ҡалған. 
- Йөрөмәгән ер ҡалманы, беҙ кемдеке икәнен дә белмәйбеҙ, әллә силәүиттеке, әллә мәҙәниәттеке. Һыуҙы, көйәнтәләп тигәндәй, тыштан күнәкләп ташыйбыҙ. Китапхана эсендәге температура 16 градус, балалар кейенеп ултыра, улай-былай фотоға төшөрөргә килһәләр, фотоға төшкәнсе сисенеп тороғоҙ тиҙәр. Тәҙрәне лә пластиктан урамдан күренгән еренә генә ҡуйҙылар ҙа вәссәләм. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәп ятабыҙ., - Пилюгаева Оксана Николаевна быларҙы беренсегә һөйләмәй, ятлап бөткән.  
Был турала - киләһе һанда. 
Автор: Дим Ильясов
Читайте нас: