Ермолаево ауылы үҙәгендәге светофорҙың кәрәген биреп киткәндәр- кемдеңдер асыуы яман булған, светофорҙы пыраң-зараң килтергән.
- Ике йыл элек кенә 400 мең һумға ҡуйылған ине ул, - ауыл башлығы М.Букрееваның әйтер һүҙе юҡ, - ниндәй әшәке кешенең ҡылығылыр был - баш етмәй.
Район үҙәгендә бындай вәхшилек беренсегә түгел. Нимә эшләргә, уларҙы нисек тотоп язаһын бирергә йәки, исмаһам, яҡшылыҡҡа өндәргә (был мөлкәт - дөйөм мөлкәт тә баһа), ысынлап та, баш етмәй.