БОРСОУЛЫ ХӘЛ
4 Февраль 2022, 10:15

Күктә Алла, ерҙә - Һеҙ

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_67726Үткән йәкшәмбелә Керәүле-Илюшкин ауылында оло фажиғә булды,

Күктә Алла, ерҙә - ҺеҙКүктә Алла, ерҙә - Һеҙ
Күктә Алла, ерҙә - Һеҙ

Ефимовтар ғаиләһенең йорто янды. Маткапиталға алынған йорт ине, ғаиләлә 4 бала, иң олоһона 16 йәш. Дошманыңа ла теләмәҫ ҡаза. 

Ил буйлап ярҙам һораныҡ, ауылдағы фермерҙар ҡушылған, башҡаһы...
Ҙур рәхмәт, кем кеше ҡайғыһына битараф ҡалмаған. Тик бының менән генә булмай, йорт кәрәк. 
- Янған өйөгөҙ страховкаланғайнымы? - Зариф Закир улы шулайтып һораны, Ефимовтар, аптыраған көндән, ярҙам өмөт итеп килгәндәр, экран аша депутаттың күҙенә төбәлделәр. 
- Юҡ, ҡайҙан..., - ғаилә әле туғандарына өйҙәш булып йәшәп ята.
- Улай икән... Ауыр хәл. Хат яҙығыҙ, бәлки, берәй нәмәһен килтереп сығара алырмын. 
Килеп сыҡһын инде - Ефимовтар ғына түгел, кем быны ишеткән, барыһы ла ошолай теләне, күктә Алла, ерҙә - Һеҙ, властар, башҡаһына өмөт аҙ.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас