БОРСОУЛЫ ХӘЛ
5 Февраля 2022, 04:40

Яҡшыртыу юҡ

"Юшатыр" гәзитенең 21-се ғинуарының 3-сө һанында сыҡҡан "Бәхил бул, силсәүит" тигән статьяһын уҡығас, аптырашта ҡалдым. 

Яҡшыртыу юҡЯҡшыртыу юҡ
Яҡшыртыу юҡ

Минең уйлауымса, хөкүмәтебеҙҙең ауыл тормошон яҡшыртыу тигән планы юҡ. Тәү башта колхоз-совхоздарҙың малдарын туҙҙырып бөтөрҙө, үҙҙәрен бөтөрҙө. Ә хәҙер инде ауылдарҙы бөтөрөү планы барҙыр тип уйлайым. Ҡайһы бер ауыл халҡы бөтөнләй эшһеҙ ҡалды. Эш булмағас, эш эҙләп Себер яҡтарына китергә мәжбүр булалар. Ә элек бит унда тик ғәйплеләрҙе генә һөргөнгә ебәргәндәр. Ул яҡтарҙа һауа торошо насар икәне билдәле. Оҙаҡ йылдар себерҙә эшләгәндәр пенсияға ла етә алмайҙар. Ә хәҙер инде ауыл биләмәләрен берләштереү тигән мәсьәләне ҡарайҙар. Мәҫәлән: Тимербай менән, Кинйә-Абыҙ ауылы халҡы үҙ йомоштары менән 30 километр бара аламы, шуны уйларға кәрәк. Беҙгә пенсионерҙарға йәшәргә күп ҡалманы...

Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйә-Абыҙ ауылы

Ришат абзыйҙың хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас