БОРСОУЛЫ ХӘЛ
6 Февраль 2022, 04:14

Йәтим ҡалмаһын

“Юшатыр”ҙа силсәүиттәр бөтә тигән яңылыҡты уҡығас ғәжәпкә ҡалдым.

Йәтим ҡалмаһынЙәтим ҡалмаһын
Йәтим ҡалмаһын

Ауыл проблемаларын хәл иткән, халыҡты ҡайғыртҡан ауыл биләмәһе башлыҡтары булмаһа, киләсәктә бар нимә лә ташландыҡ хәлдә тороп ҡаласаҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, һыу, юл, свет мәсьәләләренән тыш, янғын, эскеселек һәм башҡалар барыһы ла улар елкәһендә бит. Нисек итеп ауылдарҙы йәтим ҡалдырмаҡ кәрәк? Әгәр ҙә, ысынлап та шулай була ҡалһа, барыбер урныдарҙа берәр яуаплы кеше булдырырҙар ул тип уйлайым. Сөнки был яңылыҡ дөрөҫлөккә сыҡһа, ауылдар бөтәсәк тигән уй урап үтмәй.
Сания СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас