БОРСОУЛЫ ХӘЛ
8 Февраль 2022, 04:31

Кушнаренконан һеҙгә килмәйем

Бөгөн Яңы Морапталда хужаһыҙ эттәр 7-8 һарыҡты боғаҙлаған. 

Кушнаренконан һеҙгә килмәйемКушнаренконан һеҙгә килмәйем
Кушнаренконан һеҙгә килмәйем

Берәҙәк эттәр темаһы - мәңгелек тема булып ҡалыр, ахры. 

Күпме зар илама, ишетмәйҙәр ҙә аңламайҙар ҙа кеүек. 
Бөгөн Яңы Морапталда хужаһыҙ эттәр 7-8 һарыҡты боғаҙлаған. Эттәрҙе аулаусы ойошма булараҡ тендерҙы быйыл Кушнаренко районынан кемдер отҡан. Тик.... Йәһәнәмгә барып, эт баҫтырып йөрөмәйем тип, аҙаҡ үҙе баш тартҡан. Тимәк, тендер яңынан үткәреләсәк. Ә уңарсы һарыҡтарға күҙ-ҡолаҡ булып, үҙебеҙгә таяҡмы-нимә тотоп йөрөргә тура киләсәк. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас