

Ә бына Әнүр Әбйәлилов 20 йыл документһыҙ, аҡсаһыҙ, пенсияһыҙ, күп төрлө ауырыуҙар менән йәшәп ята. Ваҡытлыса торған урыны булһа ла, пропискаһы юҡ. Сөнки ике кешегә түләргә кәрәк. Кемдең үҙенә лә етмәгән пенсияһына уны пропискаға керетһен. Унан ҡалһа -паспорты кәрәк. Шулай итеп ни ерҙә түгел, ни күктә түгел. Берәҙәк йөрөгән эт булһа, атырҙар ҙа китерҙәр ине. Эт иҫәбендә лә, кеше иҫәбендә лә тормай. Илдә сыпсыҡ үлмәй тигән һымаҡ, кешегә эш эшләп йөрөнө.
Ул Таймаҫ ауылында тыуып үҫә. Йәштән генә етем ҡалып, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла белем ала, һуңынан армияға алына. Тоцкийҙа хеҙмәт итеп, тыуған ауылына ҡайта. Шунан Себер яҡтарына сығып китә. Унда бер ҡыҙ менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрә. Йәштәр бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Себерҙә 12 йыл йәшәйҙәр. Ҡатынының тыуған яғы Ҡаҙағыстан була. Ул ата-әсәһе янына ҡайтып китә. Әнүр ҙә ҡатыны артынан шунда бара. Рәсәй паспортын Ҡаҙағстан паспортына алмаштырып, шунда эшкә урынлашып, эшләй башлай. Әнүр сит ерҙә 3 йыл ғына йәшәй, тыуған яҡ үҙенә тарта уны. Ҡатыны ике бала менән Ҡаҙағыстанда тороп ҡала. Хәҙер инде балалар үҙ аллы йәшәйҙәр, ә ҡатына икенсегә тормошҡа сыҡҡан.
Әнүр Ҡаҙағстан паспорты менән Өфөгә килеп эшкә керә һәм шунда вагонда йәшәй. Бер көндө вагон янып китә, шунда бөтә әйберҙәре, документтары яна. 2002 йылдан бирле паспорт ала алмай шулай йәшәй. Хәҙер инде 9 йыл Рәйсә Яруллина үҙендә йәшәтә, дарыуҙар алып, өйҙә дауалай. Уға рәхмәт, Хоҙай Тәғәлә уны иҫәнлектән айырмаһын, пенсияла булһа ла, һаман эшләп йөрөй. Әнүргә тейешле паспорт булмаҫ инде, үҙ илендә килмешәк булып ята. Шулай ҙа үлгәндә лә документ кәрәк тип яҙырға булдым.
Бер кемгә кәрәкмәгән кеше булып йәшәргә яҙмаһын. Тәрбиәләп ҡуйырға ла аҡсаһы кәрәк. Хәҙер Әнүргә 58 йәш. Бармаған ер ҡалманы. Взятка биргәндә бәлки, унда ла ҡурҡаһың. Гәзит аша Әнүрҙең хәлен ауылдаштары белһен тип был мәҡәләмде яҙам. Уға паспорт тейешме, юҡмы? Хәҙисә апаһы яҙа. Үҙем дә кеше көнлө булып барам, миңә инде 85-се йәш. Шулай документты ваҡытында ныҡлап юлларға кәрәк тә бит. Кемгә кем кәрәк. Ваҡыт тип тормай, ғүмер тиҙ үтә.
Ауырыу кешегә паспорт бирелмәй тигән закон ҡайһы статьяла яҙылған икән? Хакимиәт башлығы Юлай Ильясов та белә был мәсьәлә тураһында. Әнүр кеше үлтермәгән, енәйәтсе түгел. Хәл итеүегеҙҙе хорайым.
Хәҙисә БИКБУЛАТОВА, Ермолаево ауылы
Беҙ әле генә хат авторы һәм Әнүр ағайҙың үҙе менән осраштыҡ. Материал - киләһе һанда.