

- Был һорауға беҙ әллә нисә ҡабат яуап бирҙек. Юшатырға быға тиклем, кәмендә, өс кеше һорау бирҙе, бөтөн ауыл, йыйылып, коллектив хат та яҙҙы. Йәнә бер ҡат рәсми яуап:
- С целью улучшения качества оказания медицинской помощи по профилю "Терапия" койки круглосуточного стационара (общее количество 5 коек) в с.Новомурапталово были переведены в с.Ермолаево. Во врачебной амбулатории с.Новомурапталово сохранились 8 коек дневного стационара, имеется амбулаторный прием врача-терапевта. При необходимости пациент может быть направлен для лечения в с.Ермолаево. Если появятся дополнительные вопросы вы можете связаться с заведующим поликлиническим отделением №2 Алией Рустемовной Пивневой по телефону 83475769341. Тагир Гизатуллин, официальный представитель Министерства здравоохранения Республики Башкортостан.
Кәнсәләр теле. Халыҡсан итеп әйтһәк, һеҙҙең ауылда дауахана тотоу финанс яҡтан файҙалы түгел. Баш табип О. Астахов әйткәнсә, унда барыбер заманса итеп, йүнләп ҡарамайҙар, тар специалистар юҡ, Ермолайҙа йәки Күмертауҙа дауаланһаң, яҡшыраҡ.
Оптимизация - яптымизация. Бик тә булмаһа, халыҡ дауалаусыларына йөрөгөҙ тиҙәрҙер - әле иң актуаль тема ошо ахры. Был турала тиҙҙән беҙҙең гәзиттә Айнур хәҙрәт менән интервью буласаҡ.