БОРСОУЛЫ ХӘЛ
1 Март 2022, 09:13

Күтәрелде

Артабанғы туҡталыш - телефон магазиндары. Телефонһыҙ хәҙер - тере ҡулһыҙ. 

КүтәрелдеКүтәрелде
Күтәрелде
Беҙҙең илдә етештерелгән айфондар юҡ, сит илдекенә текәлеп ултырабыҙ, шуға был тармаҡ ныҡ һиҙҙергес. 
Связной, Мтс һәм Мегафон магазиндары буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Уларҙың барыһында ла бер күренеш. Беҙҙе ҡурҡытҡан ҡот осҡос хаҡтар әлегә күренмәй, тик Айфондарға ғына 9-10 мең һумға хаҡтар күтәрелгән. Связной магазинында хатта Айфондар фонында Самсунг телефондарына хаҡтар төшөүе, уларға өҫтәлмә бүләктәр бирелеүе күҙәтелә. 
- Иртәгә хаҡтар менән ни булыр, бөгөн уларҙың ниңә артыуы, йә кәмеүе беҙгә билдәһеҙ, шылтыраттып хаҡтарҙы алмаштырырға ҡуштылар, бына әле шуның менән мәшғүлбеҙ, һаман алмаштырып бөтә алмайбыҙ,- тип йылмайҙы консультант ҡыҙҙар.
Әйткәндәй, әллә был магазиндарға ҡыҙҙарҙы һайлап ҡына алалар - бөтәһе лә сибәр. Күңел, әллә телефон бик артмағанға, әллә ошо ҡыҙҙарға ҡарап, ифрат күтәрелеп китте. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас