БОРСОУЛЫ ХӘЛ
21 Март 2022, 09:05

"Әкиәт" донъяһы

Хаҡтар артынан эйәреп, йүгереп тә ҡыуып етеп булмаҫ, бынан ары булмаҫ та инде. Тегеңә хаҡ артҡан, быға күтәрелгән тип ҡотто алалар, бигерәк тә, Күмертауҙағы "Әкиәт" магазины шаша тиҙәр, эт саба тип, бет саба, беҙ ҙә бөгөн "Әкиәт"кә саптыҡ. 

"Әкиәт" донъяһы"Әкиәт" донъяһы
"Әкиәт" донъяһы

Бынан ары сәйҙән баш тартырға тура килер, буғай.... 600 һумға сәй эскәнсе, һыу эс тә ят- эсең һауыраҡ булыр. Бүтәне -бүтән, көрпәгә нисек икән (шәкәрһеҙ нисек тә йәшәрбеҙ, бутҡаһыҙ булмай). Артҡан. Матур һауыттағыһы, Байҙарҙыҡы тип яҙылғаны бигерәк ҡыйбат, суҡынһын, ябай шыптырҙа булғаны ла беҙгә яраған, күпме йәшәп бай булып булмағанды, бынан ары ай-һай. Һыуға ебетеп ашай торған аш (Роллтон) та йыш ҡына ярап ҡала торғайны (ҡатының өйҙә булмағанда рәхәт), уға ла хаҡ хәтәр артҡан да. Ебеттең былай булғас. Үҙең ебеп ятмаһаң.
Әкиәт донъяһы -  беҙ йәшәгән тормош, төпкә кергән һайын ҡурҡынысыраҡ, тигән шикелле, тиҙерәк сығып китә һалдыҡ - һатыусылар ҙа ҡыҙышҡан, уларға хужаһы сәғәт һайын хаҡтар яҙылған ҡағыҙҙарҙы алмаштырырға ҡушып әрләп тик ултыра икән, бындай әкиәттән арыраҡ торғаның яҡшы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас