Юшатыр
+14 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
4 Апреля 2022, 13:26

Яҙҙар үтер....

Юлдар тип йыл һайын йыл әйләнеһенә зыҡ ҡубабыҙ, әле зарҙың кульминацияһына барып еттек кеүек - Юшатыр төркөмө был ауыр проблемаға яҙылған хәбәрҙәр, видео-фотолар менән тулды.

Яҙҙар үтер....
Яҙҙар үтер....
Халыҡ һорай, ялбара, бирләнә - яуап эҙләп, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Юнир Мәзитовҡа киттек. 
- Яҙ бит, түҙергә тура килә. 
- Һуң юл проблемаһы яҙ үтеү менән дә бөтмәй, йәйен дә алама көйө ҡала.
- Мин декабрҙән генә эште башланым, әле 10 ғына силсәүиткә барып өлгөрҙөм, барлыҡ хәлдәрҙе яҡшы беләм тип әйтә алмайым.
- Һеҙ күп ерҙә эшләгән, күп ерҙәрҙе күргән кеше - иң алама юлдар Көйөргәҙелә тиҙәр....
- Дөрөҫлөк барҙыр бында, Күгәрсен районында юлдар менән хәлдәр яҡшыраҡ, Ейәнсурала ла, Федоровкала ла.... Үҙем аптырайым, әллә нисә Советтар Союзы геройы сыҡҡан район, Социалистик Хеҙмәт геройы, Ленин ордены кавалерҙары, яҙыусы-шағирҙар, ниңә быға тиклем ҡыбырламағандар?  Юл проблемаһы бер бөгөн генә килеп тыумаған да. 
- Федоровкала Ш. Әминев (депутат булды, Башкиравтодор директоры, аҙаҡ аҡса урлағаны өсөн хөкөм ителде), Ейәнсурала  - Р. Сарбаев (премьер-министр), Күгәрсендә, билдәле,  Мортаза бабай, бәлки, шәхестрәҙең әүҙемлеге бында роль уйнағандыр? 
Күптәр был юлдарҙа йөрөп, машина ватыла ти. Был кешеләр судҡа бирһә, нимә була? Тағы ла бер әтнәкә: бына етәкселек ҡайҙа барһа ла фотоға төшә (билдәле, байрамда йырлап тороп төшөү рәхәт), йәки Көйөргәҙе районы рәсми төркөмөнә ауыл күренештәре (әтәс йөрөп ята, эт тырнанып ултыра), төрлө пейзаждар менән фото ҡуйыла, бер ҡасан да юлдарҙы фотоһүрәт итеп ҡуйғандары булманы, ниңә ошо юлдар сатында тороп та фотоға төшмәҫкә, хәлде беләбеҙ, ҡот осҡос, проблеманы хәл итеү өҫтөндә көн-төн йүгерәбеҙ тимәҫкә, ошолайтһағыҙ, исмаһам, халыҡ аҙыраҡ тынысыраҡ булыр ине?  
Әңгәмә киләһе һанда баҫыла. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в