Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
8 Апреля , 10:17

Әлеге лә баяғы юл

Маяҡтан алып Санйынға хәтлем юлдарҙа йөрөрлөк түгел.

Әлеге лә баяғы юл
Әлеге лә баяғы юл

Ырымбур яҡтарында юлдарҙан ҡарҙы этеп төшөрәләр. Ә беҙҙә ҡар юл өҫтөндә ирей һәм шунан батҡаҡ әйләнеп ята. Грейдерҙың үткәнен күргәнем юҡ. Ул юлды тигеҙләп үтһә, шәп булыр ине. Юлдар өсөн кем яуаплы һуң? Район хакимиәте башлығы Раил Әбдрәшитов булған ваҡытта юлдар торошон ҡарайҙар ине, хатта үҙе ауылдар буйлап йөрөнө. Мин дә шул саҡта ике йыл юл таҙарттым. Туҡтауһыҙ эш булды, иртән ауылдан сыҡҡан машиналарҙы кис ҡаршы алмайынса өйгә ҡайтыу юҡ ине. Юл таҙартыусыһы менән бергә гел мастер йөрөнө. "Насар эшләһәң, аҡса яҙмайым", - ти ине.
Ҡ. СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в