Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
10 Апреля 2022, 14:34

Аптыраған

Бая ғына Тимербай, Свобода яҡтарына зарланған видеоларҙы ҡуйҙыҡ.

Аптыраған
Аптыраған
Яҙ - хәтәр ваҡыт, хәлдәр минут һайын үҙгәреп тора. Баяғы Кинйә Абыҙ - Тимербай юлы ана ҡалай хәҙер (аҫтағы видеола). Ысын ғәрәсәт. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, ауыл халҡы таш һалып йөрөй, юғиһә, бында кемдер ысынлап сума хәҙер, абайлап үтһендәр. Дөрөҫөндә, абайларлығы ҡалмаған инде, Тимербай тиҙҙән уртрауҙа ҡалыр ахры.
Әле юлсылар шул яҡҡа ҡуҙғалды тинеләр, барып та ҡарап, баш сайҡап ҡына ҡайтырҙармы, аптыраған. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: