Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
11 Апреля 2022, 09:19

Уфтанма

Тимербайҙың мажараға бай юлының хәлдәре былай. 

Уфтанма
Уфтанма
Кисә әллә нисә фото-видео ҡуйҙыҡ, эштәр мәхшәр, иптәштәр, нимә ҡылабыҙ, был юлдан балаларҙы лә йөрөтәләр, ул-был хәл булһа (Аллам һаҡлаһын!) кем яуап бирә? Юлсылар кисә килгән. Беҙ яҙғанса, әллә ни эш ҡыйратмаған, телдәрен шартлатып ҡарап торған да, бау менән хәүефле участокты уратып ҡуйған - ошоноң менән биғәйбә. 
"Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә, уфтанма"- йырлайһы ғына ҡалды. Барыһы ла үтер, уфтанмайыҡ (файҙаһы, барыбер, юҡ), нервыларҙы һаҡлайыҡ - башҡа әйтер һүҙ ҙә юҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: