Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
14 Мая 2022, 12:25

Нимә булды һиңә, Зәк?

Ара-тирә Авитоға кереп күҙ һалабыҙ -осһоҙораҡ кәрәкле әйбер осрамаҫмы?

Нимә булды һиңә, Зәк?
Нимә булды һиңә, Зәк?
Бөгөн керһәк, Зәк-Ишмәт ауылында бер юлы өс йорт һатыла тигән иғланға тап булдыҡ, барыһы ла бер бер артлы теҙелгән. Әллә ауылдары менән күтәрелеп ситкә китеп баралар. 
Әле яңы ғына Зәк-Ишмәт ауылы кешеһе менән һөйләшеп торҙоҡ, ауыл йәшәй әле, ярар фермер Усманов бар, тип ҡыуанған ине. Шулай ҙа өҫтәп ҡуйҙы: йәштәр аҙ. 
...Газы, һыуы бар, балалар баҡсаһы, мәктәп, юлдары ялтырап ята.... Тик кеше барыбер ауылға атлығып тормай.
Нимә булды һиңә, Зәк-Ишмәт? Хәйер, бында бер ауылға ғына төбәп әйтеү дөрөҫ түгел, өндәү һүҙ урынына башҡа ниндәй ауыл килә, шуны ҡуйырға була. Ҡыҙғаныс. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: