Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
18 Мая 2022, 09:27

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ

- Беҙҙең мәғариф етәкселәре нимә уйлап ултыра икән?

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ

Үҙҙәре йылы кабинетта ултырғас, әллә балаларҙың хәлен аңламаймы? Ауыл мәктәптәрендә ҡот осмалы һыуыҡ, ә бит ҡайһы берҙәрендә интернат та бар, унда уҡыусылар тәүлек әйләнәһенә йәшәй, йоҡлай. Ә балалар баҡсалары? Унда бит бөтөнләй кескәй сабыйҙар йөрөй, нисек түҙә икән?  Көндәр әле генә йылынмай, артабан да балалар өшөп-туңып ултырырмы, ошо турала һорағыҙ әле. 

Редакциянан: Күмертауҙың мәктәптәре менән дә шул уҡ хәл, ҡайһы бер уҡыусылар сирләп, уҡырға йөрөмәй ҙә башлаған. Етәкселәр көндәр йылынғансы түҙерҙәр тиме иән, ҡыҫҡаһы, балаларға кемгәлер түгел, ә ҡояшҡа ғына ышанаһы ҡала - ҡояш апай, тиҙерәк күрен. 
Һорауға яуап гәзиттә баҫылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: