Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
26 Августа 2022, 08:48

"Денег нет, но вы держитесь!"

- Нимә тип килдегеҙ һеҙ? Киләһегеҙ ҙә, аҡса юҡ тип ҡайтып китәһегеҙ, һайлауҙар етһә, тағы йөҙөгөҙҙө күрһәтәһегеҙ.  

"Денег нет, но вы держитесь!"
"Денег нет, но вы держитесь!"

Беҙ 23 йыл көтәбеҙ газды, 23 йыл буйы вәғәҙәләр тыңлап йәшәйбеҙ. Иҫке Отрадаға үткәргән ваҡытта уҡ үткәрергә ине беҙгә лә, беҙ, нимә, кеше түгелме?
Руслан Әминев, бүлек начальнигы, Айгөл Глущенко, эштәр идарасыһы – улар килгәйне сходҡа, ҡайҙа, ауыҙҙарын асырға ла ирек юҡ.
- Район башлығы үҙе ҡайҙа, һеҙ килеү менән ни файҙа, бында ул йәки Хәбиров килергә тейеш. Башлыҡ әле отпускыла? Ә үткәнендә ниңә килмәне? Социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарын ебәргән, уныһы: газ – минеке түгел, ти. Газ - ул социаль мәсьәлә - "Минеке түгел!". Ни бысағыма тип киләһегеҙ, бер нимә лә хәл итә алмағас. Беҙ оҙаҡламай, ана, Ырымбур трассаһын ҡаплайбыҙ, хакимиәткә барып бола ҡуптарабыҙ. 

Кисәге Яңы Отрадала булған сход тураһында материал бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в