Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
29 Августа 2022, 11:28

Яҡшымбәттәге алыш

Ауылға ауыл, урамға - урам ҡаршы һуғышыуҙар әллә ҡайҙарҙа ятып ҡалған һымаҡ ине лә баһа. 

Яҡшымбәттәге алыш
Яҡшымбәттәге алыш

Барыһы ла кире ҡайта тигән кеүек, был йоланы ла киренән тергеҙгәндәр икән.
Кисә Яҡшымбәттә онотолмаҫ төн булған (беҙгә хәбәр иткән уҡыусылар мәғлүмәте буйынса яҙабыҙ). Бер заман оло юлдан, фаралары менән, төнгө ҡараңғылыҡты ярып, әллә нисә машина килеп төшә. Әйтеүҙәренсә, Ермолаево егеттәре булған улар. Ҡыҙҙар күҙләргә (күрше ауыл ҡыҙҙары һәр саҡ үҙеңдекенән шәберәк күренә торған) йәки бергә күңел асырға тип килмәй былар, һуғышырға тигән маҡсат менән килә. "Ҡунаҡтар" күстәнәскә суҡмар, хатта пистолет та алғандар тиҙәр, йоҙроҡҡа - йоҙроҡ ҡына дөмбәҫләшмәйҙәр, атыш та була. Кемдер яралана. Кем килгән, нилектән ыҙғыш сыҡҡан - әлегә билдәһеҙ. Шуныһы: Ермолаево "знакумдары" машиналарының номерҙары һүтеп алынған булған, тиҙәр.
Материал өҫтәлә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: