Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
2 Сентября , 11:54

Буш сәхнә

Йырсы, бейеүселәр районда (видеолағы Наурат Кужаҡов кеүек) бик күп. 

Буш сәхнә
Буш сәхнә
Таланттар күп, ә мәҙәниәттә эшләр кешеләр китеп бөтөп бара. 
Тиҙҙән район башлығы башҡорт мәҙәниәте буйынса конференция үткәрә (был турала хәбәр итте), төп тема, беҙҙеңсә, милли кадрҙар буласаҡ. "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында эшләгән милли артистарыбыҙ ҡасып бөтөп бара. Йәмилә Рамаҙанова китте, артынан Айҙар Хөснөтдинов ҡуҙғалды, Диана Ғөбәйҙуллина ла, тотҡарланып тормай, эшен бушатты... 
Борсоулы хәл. Тиҙҙән концерттарҙа башҡортса-татарса йырлар-бейер кеше ҡалмауы ла бар. Юлай Ильясов, моғайын, ошо хәлгә төрттөрөп, башҡаларҙан фекер, кәңәш көткәндер. Тынлыҡ....
Бер аҙҙан буш сәхнәләргә ҡарап, тынлыҡ тыңлап ултырырға яҙмаһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в