Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
11 Сентября 2022, 11:18

Асыҡ тәҙрә

Яңы Таймаҫ ауылындағы ятаҡхананың әле тәҙрәһеҙ торған бүлмәһендә бер бабай йәшәне. 

Асыҡ тәҙрә
Асыҡ тәҙрә

Уның тураһында бик уҡымышлы булған замананды, математик тип һөйләнеләр, тик... ни ғиллә менәндер аҡылына көс төшкән. Кешегә зарары булманы шулай ҙа, ошо тәҙрә аша йөрөр булды гел. Ишек бабай өсөн бөтөнләй булманы, бейек тәҙрә төбөнә баҫҡысын һөйәп ҡуйыр ине лә, көнөнә әллә нисә тапҡыр тәҙрә аша кереп-сығып йөрөр ине. Арҡаһында гелән бер тоҡ аҫылған булыр ине, был тоҡҡа нимә һалып алған, Хоҙай белһен, кемдер хатта алтын йөрөтәлер ул тип имеш-мимеш таратты.

Тоғон аҫыр ҙа, ялан-ҡырҙар буйлап сығыр ҙа китер булды, нимә ҡарап йөрөй, нимә эҙләй, башында ниндәй уйҙар ҡайнай - береһе лә белмәне. Был бабай хәҙер мәрхүм инде. Бүлмәһе буш ҡалды. Тик оҙаҡҡа түгел, Күрше ауылдан килгән сәс ҡырҡыу оҫтаһы ошо бүлмәлә үҙенең оҫтаханаһын асты. Мәрхүм бабайҙың туған тәҙрәләрен алып ташлап, яңы тәҙрәләр ҡуйҙырҙы. Тик күп тә эшләмәне, оҫтаханаһын клуб бинаһына күсерҙе. Пластик тәҙрәләрен дә һүтеп алды. Бүлмә шыр ялан булды ла ҡалды. Ә бит был ятаҡханала кешеләр йәшәй, ауыл почтаһы ла ошонда. Тиҙҙән ҡара көҙ килер, ҡарҙар яуыр, бурандар ҡотора башлар. Ошо турала ауыл хакимиәте ни уйлай икән?

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: