А. ауылында йәшәйем. Күрше менән татыулыҡ юҡ. Һарайымдың улар яғына ҡарап торған тәҙрәһен ваттылар тәүҙә, торараҡ йорт янына алып килгән бесәнемде туҙҙырҙылар, быныһы ғына етмәнеме, профнастил ҡоймама әшәке һүҙҙәр яҙҙылар. Краска менән. Үҙегеҙ беләһегеҙ ул һүҙҙәрҙе Х ла П хәрефтәренә башлана. Нимәгә үстәре барҙыр, белмәйем. Ниңә һеҙгә ялыулайым - күршеләрем дини кешеләр. Шуға баш ҡатҡан - нисек итеп дин һәм ошо эштәре бер башҡа һыя? Уларға управа таба алмайым, һеҙ Бирғәлингәме, бик булмаһа, Айнур Ҡәҙимовҡамы әйтеп ҡарағыҙ әле, улар әйтһә, былар тыңлар кеүек.
Яуап гәзиттә булыр.