Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
11 Ноября 2022, 16:20

Автобус бәләһе

Һаумыһығыҙ, Юшатырҙар, һеҙҙең халҡым тип янып эшләүегеҙ оҡшай миңә. Кешенең бер генә проблемаһына ла битараф түгелегеҙҙе белеп, һеҙгә яҙырға булдым. 

Автобус бәләһе
Автобус бәләһе
Асыҡ хат тип атайым хатымды.
Автобус бәләһе дауам итә, беҙҙең Яҡшымбәт ауылына аҙнаһына өс тапҡыр автобус йөрөй, тәүҙә Яҡшымбәттан иртәнге һигеҙҙә китә ине, ултырып китәһең больницаһына ла өлгөрәһең, анализ биргәндә бигерәк тә уңайлы ине, хәҙер ун беренсе яртыла ауылдан китә, барып еткәнсе, ун икенсе ярты була, бер нимәгә өлгөрөп булмай, учреждениелар обедҡа туҡтай башлай, ауыл халҡы ҡалаға күберәк больнис тип бара, йәй буйына, ярар, попуткала йөрөнөк тә ул, һалҡын көндәр башланды, юлда машина көтөп тороуҙары был һыуыкта ай-ай, һәр кемдең йортонда машина ултырмай бит, был расписаниела хакимиәт башлығының хаты буйынса үҙгәртелде тиелгән. Йәйгелеккә генә шулай була ла, көҙ кире үҙгәртелә тип ышанып көткәйнек, көҙ түгел ҡышы етеп килә, ауылыбыҙҙан хотя бы сәғәт туғыҙҙа китһә лә яҡшы булыр ине, Ҡотлоюл ауылының кешеләрен бигерәк йәлләйем Яҡшымбәтка киләләр, Яҡшымбат ауылының осонда попутка көтөп торорға кәрәк, кем менән һөйлашһәң дә, был расписанияға риза түгелдәр, шуға, уларҙың үтенестарен тыңлағандан һуң, һеҙгә яҙырға булдым, нимә эшләргә беҙгә, кемгә мөрәжәғәт итерга?
Бына шулай беҙҙең үтенес, рәхмәт уҡығанығыҙ өсөн, һау булайыҡ.
Тәнзилә Бикмаева.
Теманың дауамы гәзиттә баҫыла.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: