Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
11 Ноября 2022, 12:59

"Ер туңғанын көтөгөҙ"

Халыҡтың түҙемлеген һынайһығыҙмы?

"Ер туңғанын көтөгөҙ"
"Ер туңғанын көтөгөҙ"

Яҡшымбәт менән Көйөргәҙе ауылдары араһын, үҙегеҙ килеп, үтеп ҡарағыҙ әле, нимә уйлар ҙә, нимә әйтер инегеҙ икән?
Ниңә бөтөнләй иғтибар итмәйһегеҙ ул юлдарға? Халыҡтың түҙемлеге бөтөп, берәй көн дау күтәргәнен көтәһегеҙме? Грейдер булһа ла ебәрегеҙ тип, ауыл башлығына шылтыратһам, юлсылар "ер туңғанын көтөгөҙ" тип әйттеләр, ти. Тағы нимә көтәйек? Көтә-көтә ғүмер үтеп бара.
Һеҙгә шылтыратам, сараһын күрмәһәләр, Өфөгә яҙабыҙ, юғиһә, беҙҙе бөтөнләй һанға һуҡмайҙар.
Әбделәхәт Исхаҡов, Түбәнге Бабалар ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: