Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
14 Января 2023, 13:31

«Бүләк»

Мең бәләле Ермолаево бассейнының хәлен тағы бер тапҡыр (инде нисәнсегә???) барып белделәр.  

«Бүләк»
«Бүләк»

Әллә ҡасан уҡ һыуҙарында сума-сума йөҙөргә тейеш инек - Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлөп бөтөргә тейеш ине – юбилейға бүләк йәнәһе.

«Бүләк» район хакимиәте кешеләрен бойоҡ ҡаршы алды, уларҙы ҡыуандырырлыҡ бер хәбәре юҡ. Түбәһенән һыу аға, бассейндың үҙенең һыу тултырылған соҡоронан да һыу һарҡый – бәлә өҫтөнә бәлә. Янғын һүндереүселәр ҙә йылылыҡ биреү системаһында хилафлыҡ тапҡан.... Аптыраҡ.

Бассейн берәй ҡасан төҙөлөп бөтәме-юҡмы - был турала гәзиттең йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: