Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
6 Марта , 08:22

Ауыҙ йырылыу

Классиктарҙы уҡығыҙ, улар әйткәнгә ҡолаҡ һалығыҙ.

Ауыҙ йырылыу
Ауыҙ йырылыу
Ошо аҡылды онотабыҙмы әллә уҡып та, уларҙың әйткәне буйынса эшләп булмаймы (тормош үҙ төҙәтмәләрен керетә):

Урамда буран,
Мин өйҙә торам,
Тәҙрә аша
Тик ауыҙ йырам

Кисә лә тәҙрә аша ҡарап, ауыҙ йырып ҡына ултыраһы ине... Тик... юлдағы буран үҙе беҙҙең йырмаған еребеҙҙе ҡалдырманы. 
Ярар, аҙағы имен-аман бөттө, юғиһә, бындай буранда әллә нимәләр булыуы ихтимал ине.
Тиҙҙән ҡар бөтөр һәм йырылыуҙар йәнә башланыр - был юлдарҙа ҡышын да, яҙын да, йәйен-көҙөн дә инабат юҡ.  
Автор:
Читайте нас в