БОРСОУЛЫ ХӘЛ
17 Марта 2023, 08:28

Мөғжизә булманы

Көйөргәҙе районында был фажиғә ғинуарҙың 23-дә булғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөғжизә булманыМөғжизә булманы
Мөғжизә булманы
Уҡыуҙан һуң, 15 йәшлек егет Ермолаево яғынан Уралка тигән ауылға табан китеп барған. Тимер юл буйлап. Ҡолаҡта наушниктар. Бәндә үҙенең алда ни көтөрөн белһә икән - егеттә, бәлки, был мәлдә музыка тыңлау ҡайғыһы булмаҫ ине. Артынан килгән поезд машинисы күпме генә сигнал бирмәһен, бала ишетмәй. Аҙағы бик аяныслы тамамланды: уҡыусыны поезд бәрҙертте. Егет ауыр йәрәхәттәр алып, иҫән ҡалғайны - "Юшатыр"
Ошо ғинуар айынан бирле өмөт менән йәшәнек, мөғжизә көттөк, малайҙы авиация менән Өфөгә оҙатҡайнылар. Әммә.... бөгөн ул йәнен биргән. Әйтер һүҙҙәр табыуы ҡыйын, аҙаҡҡы тапҡыр күп тапҡырҙар ҡабатлағанды йәнә әйтәбеҙ: йәл, бик иртә киттең, ауыр тупрағың еңел булһын, ә туғандарына сабырлыҡ. 
Автор:
Читайте нас