Радий Хәбиров, Күмертауҙағы стадион эштәре үтә ныҡ оҙаҡҡа һуҙылғас, бойороҡ бирҙе - барып ҡарағыҙ, әрләмәгеҙ, тиргәмәгеҙ, ярҙам итегеҙ, тине. Элекке башлыҡҡа ышанып, үҙем алама хәлдә ҡалдым.
Өфөнән юғары начальник килә тигәс, ҡаланың үҙәк урамдарын ялт иттереп ҡуйҙылар - әкәмәт инде, килгән кеше Хужа бит, күрһен ине ысынбарлыҡта Күмертау нисек йәшәй икәнен, юғиһә, Потемкин ауылы яһарға тырышалар гел.
Быныһы ярар, Ермолаевола ла тора бындай бәләле объект - бассейн. Ана була, бына була, тип көттөк, ышандыҡ һәм.... сираттағы тапҡыр һемәйҙек (спиртзаводты иҫләгеҙ, уны ла асабыҙ тигәйнеләр). Әле Шахтер стадионын ҡарарға, ярҙам итергә (нисек итеп?) түрә килә тигәс, район кешеләре лә ымһынды: беҙҙең бассейнды ла тикшерһен ине. Ә нимәһен тикшерергә, әйттеләр бит: аҡса кәрәк.
Бына район хакимиәтенең яуабы:
- Лариса Толченникова, добрый день. Бассейн находится на балансе Управления капитального строительства республики. На 21 марта проводятся работы по исправлению замечаний строительного надзора. После устранения всех замечаний и недочетов, выдадут акт ввода бассейна в эксплуатацию. Мы сами очень надеемся, что в ближайшее время его передадут на баланс и содержание района. С уважением, Руслан Аминов, заместитель главы администрации Куюргазинского района по строительству и ЖКХ.
Хакимиәт очень надеется, беҙ ҙә ныҡ надеемся - берәй заман бассейнды тантаналы асырбыҙ.