Яңыраҡ байрамдары булды, һәр береһе маҡтау ҡағыҙҙары алды, ҡулдарын ҡыҫтылар.
Ә ауыл башлыҡтары менән һөйләшкәндә "был урынға мылтыҡ тоҫҡап ултыртһалар ҙа ултырмаҫ инем" тигән фекер килә.
- Һеҙҙе ниңә саҡырҙым, үҙәккә үтте барыһы ла. Сүп реформаһына тиклем беҙ таҙараҡ йәшәй инек, хәҙер Эко-Сити килеүе беҙгә зыянға булды. Улар контейнерҙарҙа булғанды машинаһына ауҙара ла китә лә бара, ҡалғаны сәсрәп кенә китмәһенме. Мин көн һайын ике кешене сығарып ебәрәм - контейнер янында ятҡанды йыйырға. Халыҡ ошо сүпте алып киткән өсөн аҡса түләй, ниңә еренә еткереп башҡармайҙарҙыр - баш етмәй. Был һорауҙы былтыр, ауыл башлыҡтарын йыйғанда, Хәбировҡа ла бирҙем, әммә барыһы ла шул көйө ҡалды. Хәҙер өмәләр башланды, Эко-Сити өмәлә йыйылғанды түгеү өсөн айырым килешеү төҙөгөҙ, ти. Йәғни, быларға өҫтәп аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Бот сабып торабыҙ - улайһа, һеҙ нимәгә беҙгә? Халыҡ та әкәмәт - ботаҡ-сатағын, үләнен контейнер янына алып килмәһен ине, беҙ бит махсус арба тотабыҙ, кем әйтә, шуның янына алып барып ултыртабыҙ, әйҙә, сүбеңде шунда тейә. Бының өсөн бер тин дә алмайбыҙ. Шылтыратығыҙ, килегеҙ, әйтегеҙ, трактор әҙер тора, тик сүбегеҙҙе тегендә алып бармағыҙ.
Икенсе бәлә. Кисә бер коллегам, ошо ялда ғына миңә 90 мең һумлыҡ штраф өҫтәлде, ти. Үлән яндырған өсөн. Ҡайҙалыр кемдер ут төртө иһә, уның өсөн беҙ яуап бирәбеҙ. Яңыраҡ беҙҙә Айсыуаҡта бер аҡыллы башы сабынлыҡ еренә ут төрткән - таҙарта, йәнәһе. Был ут ана хәҙер Отрада яғына сығып китте. Ут яндырмағыҙ, уның касафаты тураһында уйлағыҙ саҡ ҡына.