Балалар һәм ата-әсәләр,уҡытыусылар тырышлығында МХО - ла ҡатнашыусылар өсөн Хәйриә йәрминкәһе үтте. Балалар үҙҙәре алып килгән төрлө тауарҙар,ашамлыҡтар һатыштылар һәм һатып та алдылар.
Уҡыусылар күмәк бейеүҙәр менән дә сығыш яһанылар,күнелле булды.
Әсәйҙәрҙең тәмле итеп бешергән тәмлекәстәрен тиҙ арала алып та бөттөләр.
Ҙур рәхмәт һүҙҙәрен ата-әсәләргә еткерәбеҙ.Бергә әүҙем эшләгәндә генә эш барасаҡ.
Тамара ӘЛИЕВА, М.Исҡужин исемендәге Прогимназия уҡытыусыһы.