Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Тимерғәле Әхмәт улы Вәлиевҡа «Һалдат атаһы» миҙалы тапшырылды. Почетлы награданы ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ева Зюзякина һәм Башҡортостан республикаһының Атайҙар советы рәйесе Сынтимер Баязитов тапшырҙы.
Тимерғәле Әхмәт улы әүҙем тормош позицияһы алып барған, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән кеше. Ул өс бала тәрбиәләй, уларҙың һәр береһе үҙ иленә хеҙмәт итеү юлын һайлай. Ҡыҙы Диләрә үҙен мәғрифәтселеккә бағышлай, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Өлкән улдары Руслан 810-сы айырым диңгеҙ пехотаһы бригадаһында лайыҡлы хеҙмәт иткән. Кесе улдары Ринат Махсус хәрби операция ветераны.