Уның аша "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, балалар, ата-әсәләр менән берлектә Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп йөрөгән һалдаттарға, әҙ генә булһа ла, ярҙам йөҙөнән гуманитар ярҙам йыйып ебәрҙек. Балалар үҙҙәренең ярҙамға өлөш индергәндәренә бик ҡыуандылар. Матур-матур һүрәттәр ҙә төшөрөп ебәрҙеләр. Шулай уҡ Кинйәбай башланғыс мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла ситтә ҡалманылар. Улар ҙа ярҙамға бик күп кәрәк-яраҡтар йыйғандар. Уҡытыусылары балаларҙың яҙған хаттарын алып килеп тапшырҙы. Ата-әсәләргә ярҙам иткәндәре өсөн бик ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Әлбиттә, был мәрхәмәтлектә ауыл халҡы ла әүҙем ҡушлыды. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Берҙәмлектә – көс, тигәндәй беҙ ҙә артабан да бергә һәм берҙәм булайыҡ. Барыбыҙ ҙа яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ!
Минзилә ҒӘББӘСОВА,
Кинйәбай ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе