Все новости
Общие статьи
24 Октября 2017, 12:18

Кейелмәгән бюстгальтер

Бер таныш ҡатын бар, ике балаһы менән яңғыҙ донъя көтә, йәш тә бара, яңы ғына яҙ ине, бына хәҙер ҡара көҙ, былайтып заяға үтер ғүмер, тип ҡатын үҙенә тиң эҙләй.

Бер таныш ҡатын бар, ике балаһы менән яңғыҙ донъя көтә, йәш тә бара, яңы ғына яҙ ине, бына хәҙер ҡара көҙ, былайтып заяға үтер ғүмер, тип ҡатын үҙенә тиң эҙләй. Эҙләй тип, урам буйлап ҡысҡырып йөрөмәй инде, яңғыҙаҡтар осрашыуына барып килде бер ике тапҡыр – рәте булманы бының, гел аҙғын ирҙәр йыйыла, свежий ҡатын көҫәп килә күбеһе. Бер аҙҙан ҡайҙалыр, ирҙәрҙе шунда эҙләйҙәр тигән хәбәр ишетеп, Друг Вокруг тигән селтәрҙә теркәлде. УУУУУУУУУУУУ бында! Йәнең теләгәне бар – кемгә садо, кемгә мазо тигән һымаҡ, йәш кенәләре лә, пенсияға сыҡҡаны ла бисә эҙләп ултыра. Танышты ошонда бер ир менән, беҙҙең халыҡ, Себерҙә эшләп йөрөй. Кинәнешеп китеп яҙыштылар, фотоларын ебәрештеләр, тегеһе оятһыҙыраҡ фото ла таптыра ине лә, ҡатын уңайһыҙланды, ауылда үҫкән ҡыҙ бит ул, нисек шәрә килеш фотоға төшөп ятһын. Ошолай көндәр үтте, ҡатында ниндәйҙер өмөт, дәрт уянды, кем белә, бәлки, ошо әле төньяҡта туңып йөрөгән ир уның яҙмышылыр, ҡауышһалар, бер - береһен йылытыр инеләр. Ҡайтып киләм, тип хәбәр итте ир кеше бер аҙҙан, хатта поездан селфи ебәрҙе. Ҡатындың йөрәге был көндәрҙә йышыраҡ тибә башланы, барлы-юҡлы аҡсаһына косметика алды, эске кейемдәрен яңыртты – кеше алдында кәм-хур булып тормаҫ инде. Тик... теге ир ҡапыл юғалды ла ҡуйҙы, Друг Вокругҡа ла инмәй. Оҙон бер ай үтте шулай, алынған бюстгальтер-фәлән, косметика шул көйө ята бирҙе – былайға ғына әрәм иткеһе килмәне уларҙы ҡатындың. Ай үткәс, бер көндә интернет селтәрендә Себер ире йәнә пайҙә булды, Привет, как ты, тип яҙа. Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән ҡатын яуап һүҙҙәрен яҙғанда хаталы итеп яҙып бөттө. Нәкәнис, был килеп сыҡты, Себерҙән ҡайтҡас эсеп ятҡандыр, хәҙер айныған да бына уны иҫкә төшөргән. Ҡайҙа һин, тигән һүҙенә алынған яуап яңғыҙ ҡатынды һеңгәҙәтә һуҡты – мин Себерҙә инде уже, ти теге. Ғәрләнде, үҙенә лә, бар донъяһына ла асыуы килде ҡатындың. Илап та алды. Күңелендә нимәлер ҡылт итеп өҙөлдө.

...Теге ир хәҙер көн дә яҙа, фото һорай. Тик ҡатында элекке осҡон юҡ ине, ваҡытлыса кейелеп кенә йөрөлгән, бик ҡәҙере булмаған сепрәк итеп тойҙо үҙен. Бына әле үҙе кейгән иҫке бюстгальтер һымаҡ, сисеп ташлар ине, жалкы, кәрәге бар әле, яңыһын кейер ине - ә нимәгә, уны кем күрә? Яуап яҙмай торҙо бер аҙ, аҙаҡ ирҙе ҡара исемлеккә индерҙе. Шулай ҙа әллә ҡалай ҡыйын ине уға, өҙөлгән өмөттән дә ауырыраҡ нәмә бармы икән? Ниңә улай, әллә уның һымаҡ ҡатындыр үҙҙәре ҡара исемлектәме?

Теге эске кейем һәм косметика һаман тейелмәй ята. Үҙенә тәғәйен кешеһен көтә...
Читайте нас: