Все новости
Общие статьи
31 Октября 2017, 19:14

ПОЧТАЛЬОНДАР ЯҘҺЫН

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғәт итергә була. Улар һеҙгә квитанция тултырырға бурыслы.

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Почта бүлегенә бара алмаһағыҙ, почтальондарға мөрәжәғәт итергә була. Улар һеҙгә квитанция тултырырға бурыслы.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Бының өсөн 2018 йылға 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Шулай уҡ «Бәхетле авто» конкурсында ҡатнашыу өсөн дә квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға килтереүегеҙ һорала. Тик автоконкурсҡа икәнлеген әйтеп яҙҙырырға кәрәк.

Рәмил ТУҠАЕВ, Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе:

- «Юшатыр» гәзите бүтән баҫмаларҙан айырылып тора. Башҡаларҙа кемгәлер ярарға тырышыу ярылып ятһа, һеҙҙә ундай нәмә юҡ – ваҡиғаларҙы нисек бар, шулай объектив яҡтыртырға тырышаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта төрлө позицияларға ла үҙ һүҙен, фекерен әйтергә урын бирелә.

Көслө материалдар йыш донъя күрә. Тематика йәһәтенән дә ҡоласығыҙ киң, тип әйтер инем. Заманса демократик гәзит һеҙ, тип ышаныслы әйтергә була. Бөгөнгө заманда бындай баҫма булыуы – һирәк күренеш. Маҡтау-хуплауҙы ғына, барыһын да ялтырауыҡлы итеп күрергә теләмәгән, уйлана белгән һәм үҙ фекере булған кеше «Юшатыр»ға яҙылмай ҡалмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: