Күмертауҙа, һәр ерҙәге кеүек, проблемалар етерлек, балалар, йәштәр менән эшләү буйынса, мәҫәлән, беҙҙең үҙебеҙгә генә хас бәләләр бар. Был йәһәттән Күмертауҙың ил буйынса даны бар: бер ҡатын аҫрауға алған ҡыҙын үлтерҙе бер заман, биш үҫмерҙе һуйҙылар, кафела туҡмап үлтерҙеләр йәш егетте... Бына нисәмә йыл ҡалала насвай тигән матдәне ҡулланыуға ҡарата саң ҡағыла, ә һөҙөмтә юҡ.
Насвай закон буйынса тыйылмаған, тиҙәр, кем ҡайҙа нисек һата, барыһы ла белә, тик бер ни эшләп булмай – закон тыймай, йәнәһе.
Насвай аҡыл эшмәкәрлегенә йоғонто яһай, рак һымаҡ ауырыуҙарҙы барлыҡҡа килтерә, тиҙәр. Уны айырыуса балалар ярата – шуныһы хәүефле. Тауыҡ тиҙәге лә ҡушылып яһала, тиҙәр насвайҙы, тик был кешене ерәндермәй – иҫертһә, булды.
Беҙ 19 Федераль закондың 8 статьяһы насвай һатыуҙы тыя тигән мәғлүмәт таптыҡ. Закон бар, ә ул үтәлмәй булып сығамы? Әллә был проблема береһенә лә кәрәкмәйме? Шуға кем дә кем балаһын ҡалаға уҡырға ебәрә йәки ошонда йәшәй, аяу булһындар, беҙгә күп осраҡтағы кеүек бында ла үҙебеҙгә генә таянырға ҡала.