Беҙ ҡасандыр РФ Оборона министрлығында булған урлашыуҙарҙы сериал ҡараған һымаҡ ҡараныҡ, шулай ҙа күп сумманы урлап буламы икән ни, ул хәтле аҡсаны ҡайҙа ҡуялар икән, тип баш сайҡаныҡ. Быларынан бигерәк, ултыртырҙар инде министрын да, теге ҡатынды ла, тинек, хатта йәлләнек уларҙы. Тик миллиардлап аҡса һыпырғандарға бер ни булманы. Шау-шыу тымды, был хәлде онота ла башланыҡ. Бындай хәлдәр ҡайҙалыр алыҫта була кеүек, беҙҙә нимәһен урлайһың, һарайҙан быҙаумы, келәттән ашлыҡмы? Шулай ҙа урларлығы бар икән. КүмАПП предприятиеһынан бында начальник урынбаҫары булып хеҙмәт итеүсе бер ҡатын 2010-2012 йылдарҙа янғынға ҡаршы системалар алғанда, документтарҙы алдап күрһәтеп, 12 миллион һумды үҙләштерә. Тотола. Бына әле суд ҡарары сығарғандар – 4 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә лә теге аҡсаларҙы кире ҡайтарырға. Беҙ йәнә аптырайбыҙ – үтә ныҡ ҙур күләмдә урлау был, ә ысынлап иркенән мәхрүм итеү юҡ, аҡсаны бирәсәккә алған кеүек кире ҡайтар ҙа, кеше бик һөйләнмәһен өсөн, бер нисә йыл биргән булайыҡ, шартлы хөкөм. Аҙыраҡ йөрөрһөң дә өйөңдә, эштә, торараҡ УДО-ға эләгерһең.
Башҡа уй килә: әгәр ҙә һине шайтан ҡотортоп, берәйһенең ҡаҙын, баҙҙан картуфын һелтәһәң, нимә эшләтерҙәр ине икән?