Все новости
Общие статьи
3 Ноября 2017, 14:12

ЕТЕ ҺОРАУ ҠАРАЛДЫ

Кисә район хакимиәтенең тамашалар залында Муниципаль район Советының сираттағы 12-се ултырышы үтте. Район Советы рәйесе Леонид Петрович Богатырев алып барған ултырышта район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм депутаттар ҡатнашты.

Көн тәртибендә 7 һорау ҡаралһа ла, ултырыш тиҙ үтте. Тәүге өс һорауға иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров асыҡлыҡ индерҙе. Ул 2017 йылға һалынған район бюджеты хаҡында һөйләп, 2018-2019 йылдарға планлаштырылған бюджет менән таныштырҙы. Шулай уҡ быйылғы 9 ай эсендә һаҡлыҡ фондындағы ҡулланылған средстволар һәм район хакимиәтенең структураһы буйынса сығыш яһаны. Артабанғы 4-се мәсьәләне ауыл советтарында планлаштырылған эштәрҙең башҡарылыуы тураһында төҙөлөш, архитектура һәм тормош тьәминәте һорауҙары буйынса бүлек начальнигы Руслан Әминов бәйән итте. Руслан Хөрмәт улы ҡайһы ауылдарҙа ниндәй эштәр башҡарылыуын теҙеп китте. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова 5-се һорауҙа булған мәҙәниәт өлкәһендәге штат берәмектәре хаҡында һүҙ тотто. Аҙаҡҡы һорауҙар менән БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе Марина Сычева сығыш яһаны. Ул, ер участкалары майҙансыҡтары артыу сәбәпле, түләү хаҡтарын билдәләү буйынса һөйләне.

Депутаттар ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Автор фотоһы

Читайте нас: