Все новости
Общие статьи
8 Ноября 2017, 14:19

«ТАРИХТА ҒЫНА ТОРОП ҠАЛҺЫН»

7 ноябрҙә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 100 йыл тулды. «Бөйөк Октябрь»ҙе кешелек тарихындағы иң ҙур иҫтәлекле ваҡиғалар исемлегенән алып ташлап та, һис бер ҡасан онотоп та булмай. Ул — XX быуат тарихына артабан йоғонто яһаусы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларҙың береһе.

7 ноябрҙә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 100 йыл тулды. «Бөйөк Октябрь»ҙе кешелек тарихындағы иң ҙур иҫтәлекле ваҡиғалар исемлегенән алып ташлап та, һис бер ҡасан онотоп та булмай. Ул — XX быуат тарихына артабан йоғонто яһаусы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларҙың береһе.

1917 йылдың революцион рухтағы йыл булыуын беләбеҙ. Февраль революцияһында Николай II тәхетенән ҡолатыла ла, Ваҡытлы хөкүмәт булдырыла. Әммә был маҡсаттарға ирешелде тигән һүҙ түгел әле, митингылар, пикеттар, демонстрациялар дауам итә. Иҫке стиль менән 25 – 26 октябрҙә (яңыса 7 − 8 ноябрь) ҡораллы ихтилал ярҙамында Ваҡытлы хөкүмәт тә ҡолатылып, власҡа күпселеген большевиктар тәшкил иткән төркөм килә. Юлбашсы Владимир Ильич Лениндың оҙаҡ йылдар дауамында һәр бер милләттәшебеҙ телендә “Ленин бабай” булып йөрөүе лә тарихта ғына ҡалды хәҙер.

Бөйөк Октябргә ҡарата һәр кемдең күңелендә ыңғай йә кире ҡараш йәшәп килә. Кемдер уны ошоға тиклем үлтереп маҡтап, дан йырлаһа, хәҙерге көндә был инҡилапты һүгеүселәр ҙә юҡ түгел. Октябрь революцияһына төрлөсә баһа бирәләр. Берәүҙәр өсөн – граждандар һуғышына килтереүсе милли һәләкәт, икенселәргә − кешелек тарихында бөтә донъяға йоғонто яһаусы, капиталистик булмаған юлды һайлаусы ғәйәт әһәмиәтле ваҡиға. «Бөйөк Октябрь революцияһына нисек ҡарайһығыҙ? Уны нисек ҡабул итәһегеҙ?» - тигәнерәк һорауҙарҙы бөгөн беҙ Көйөргәҙе һәм Күмертау районы буйынса төрлө сәйәси партиялар етәкселәренә бирҙек.

Николай Михайлович ВАРНАВСКИЙ, КПРФ партияһының Көйөргәҙе районы урындағы бүлегенең 1-се секретары:

- Үҙем коммунист булараҡ Октябрь революцияһына тик ыңғай ҡараштамын. Ошо инҡилаптан һуң илебеҙ ныҡ үҫешә башланы. Был революцияның етешһеҙ яҡтары ла булды, әлбиттә, әммә уның плюстары бик күп. Мәҫәлән, нәҡ Октябрь арҡаһында 8 сәғәтлек эш көнө билдәләнде, халыҡ бушлай медицина хеҙмәте алыу хоҡуғына эйә булды, түләүле отпуск һәм әсәйҙәр өсөн 3 йыллыҡ декрет отпускы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ сәнәғәт яғынан да бик ныҡ күтәрелеш һиҙелде. Аграр илдән сәнәғәт иленә әйләндек. Иң беренселәрҙән булып космосҡа остоҡ, бушлай фатир бирә торғайнылар... Яҡшы яҡтарын һанап та бөтөрөрлөк түгел. Быларҙың барыһы ла шул революция урынлаштырған Совет власы ваҡытында эшләнде. Кешеләр бик татыу йәшәне, күршеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа, йомошҡа йөрөнө. Халыҡ шул тиклем бер-береһенә ышанды. Йорттарҙың ишектәрендә йоҙаҡтар ҙа булмай торғайны, хатта. Шул саҡтағы сәйәсәт дөрөҫ булыуын иҫбатлай быларҙың барыһы ла. Бына эш хаҡтарын ғына алып ҡарайыҡ. Етәкселәрҙең эш хаҡынан ябай хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы әллә ни айырылманы ла. Кешеләр үҙҙәренең отпуск аҡсаһына ҡайҙалыр барып ял итеп ҡайта алды. Ә хәҙер?...

Илебеҙ яйлап ҡына барыбер кире элекке замандар сәйәсәтенә табан китеп бара. Беҙҙең илдә башҡаса мөмкин түгел. Әлбиттә, халыҡҡа бер ниндәй ҙә көслө тулҡынланыу кәрәкмәй. Бар нәмәне ҡан ҡоймай ғына, тыныс ҡына, яйлап ҡына эшләргә кәрәк буласаҡ.

Вилүрә Камил ҡыҙы СКРЫННИКОВА, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Көйөргәҙе районы буйынса урындағы башҡарма комитет етәксеһе:

- Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы — ул беҙҙең тарих. Ул булған, беҙ уны хәҙер кире ҡайтара ла, үҙгәртә лә алмайбыҙ. Тик нисек бар шулай ҡабул итәбеҙ. Мин Октябрь революцияһы биргән ыңғай яҡтарҙы әйтеп үткем килә. Совет власы ваҡытында барыбыҙ ҙа бушлай уҡыныҡ, яҡшы белем алдыҡ, киләсәк тормошҡа ниндәйҙер ышаныс менән ҡараныҡ. Әлбиттә, хәҙер ҙә насар йәшәмәйбеҙ. Әле лә кем тырыша, шул уҡый ҙа, лайыҡлы эшен дә таба. Ул замандарҙа коммунистар партияһы етәкселек итте. Улар бар нәмәне контролдә тотто. Күптәр партияға инде. Мин үҙем комсомол булһам да, партияға инмәгәйнем. Хәҙер партиялар бик күп, әлбиттә. Бына беҙҙең «Берҙәм Рәсәй» партияһы, КПСС кимәленә үк етмәһә лә, бик күп эштәр башҡара. Финанс яҡтан да беҙҙең партияның мөмкинлектәре күберәк, тип әйтә алам.

Артем Александрович ДЬЯЧЕНКО, ЛДПР партияһы депутаты, Күмертау ҡалаһы:

- Октябрь революцияһы хаҡында бер ыңғай фекер ҙә әйтә алмайым. Ҡан ҡойош булды, бик күп кешеләрҙе атып үлтерҙеләр. Ул - граждандар терроры. Революция — һәр ваҡыт насар нәмә ул. Халыҡ өсөн ҡурҡыныс, халыҡ тулҡынлана. Ғөмүмән әйткәндә, Октябрь революцияһы — илебеҙ тарихындағы кире ваҡиға.

Галина Ивановна КУЛАКОВА, КПРФ партияһының Күмертау ҡалаһындағы урындағы бүлегенең 2-се секретары:

- Миңә 70 йәш. Бөйөк Октябрь революцияһына бик ыңғай ҡараштамын. Барыһы ла дөрөҫ эшләнгән. Уға тиклем халыҡ нисек йәшәгән һуң? Аслыҡ-яланғаслыҡ булған. Революциянан һуң бик тиҙ арала илдә ныҡ алға китеш һиҙелде. Халыҡ аңлыраҡ, белемлерәк, грамоталы була башланы. Әммә ошо ата-бабаларыбыҙ яулап алған ревоюцияның ҡаҙаныштарын һаҡлап ҡала алманыҡ шул. Ата-бабаларыбыҙ революция эшләп, беҙҙе ысынындағы ғәҙел йәмғиәткә алып килде. Ә хәҙер ҡарағыҙ әле, нимәгә килеп терәлдек беҙ: бөтә ерҙә эшһеҙлек, йәштәрҙең киләсәге юҡ. Киләсәк көнгә бер ниндәй ышаныс юҡ. Ата-әсәләре көсө, ярҙамы менән дәүләт хеҙмәтенә эләгеп ҡалған ҡайһы берәүҙәр генә яҡшы йәшәй бөгөн, ә ҡалғандарҙың эше хөрт. Беҙҙең заманда улай йәшәмәнек бит. Эше лә, ашы ла, йәшәргә урыны ла булды. Тағы ла шуның кеүек революция ҡасан да булһа, буласаҡ барыбер һәм тағы ла беҙ элекке замандағы кеүек ғәҙеллек һөргән тормошҡа аяҡ баҫасаҡбыҙ әле. Мин быға ныҡ ышанам.

Елена Владимировна РЕШЕТНИКОВА, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Күмертау ҡалаһы буйынса урындағы башҡарма комитет етәксеһе:

- Минең Октябрь революцияһына ҡарата фекерем шундай: миндә тарихи фактҡа ниндәйҙер баһа биреү хоҡуғы юҡ. Мин ниндәйҙер сәйәсмән дә, тарихсы ла түгел. Был бары тик беҙҙең тарих. Тарихсылар уның ыңғай ҙа, кире лә яҡтарын билдәләй. Ә мин бер нисек тә баһаламайым, нейтралитет һаҡлайым.

Сергей Евгеньевич САВИН, ЛДПР партияһының Көйөргәҙе районы буйынса координаторы:

- Был беҙҙең тарих. Беҙ уны белергә, хәтерҙә тоторға тейешбеҙ һәм шулай эшләйбеҙ ҙә. Бына 100 йыл үтһә лә, беҙ уны онотмайбыҙ, иҫләйбеҙ. Үҙем пионер саҡта 7 ноябрҙә һәр саҡ байрам иттек. Төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола торғайны, флагтар, барабандар тотоп байрамға сыға инек. Ул ҡыҙыҡ саҡтар байрам көнө булараҡ хәтергә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Революция — ул законға ярашһыҙ хәрәкәт. Шуға күрә яҡшы нәмә түгел. Ул һәр саҡ ҡырҡа боролош. Бына Октябрь ихтилалында ла күп кеше ҡырылды. Кемдәрҙер идея өсөн һәләк булды. Шул саҡтағы ҡурҡыныс хәлдәрҙе балаларыбыҙ белһен, онотмаһын, башҡа ундай мәхшәр ҡабатланмаһын һәм был тарихи ваҡиға шулай тарихта ғына тороп ҡалһын.


Читайте нас: