Ауыл кешеһенең эш-мәшәҡәте баштан ашҡан. Бер нисәһен бер юлы башҡарырға тура килә ҡайһы саҡта. Әйтәйек, хужабикә газ плитаһына аш бешерергә ултырта ла һарайға һыйыр һауырға сығып китә, унан тағы ниндәйҙер берәй эшкә тотона, шул арала ашын да бешереп өлгөртөргә тырыша. Был – янғын хәүефһеҙлеген үтәмәүҙең туранан-тура сағылышы. Шул сәбәп арҡаһында йорттарҙа янғындар сыға.
Ҡайһы берәүҙәр эштән ҡайта ла аш-һыу бүлмәһендәге газға сәй ҡайнатырға йә аш йылытырға ҡуйып, бер аҙ серем итергә тип, диванға ятып тора. Уйламаҫтан йоҡлап китә. Сәй йә аш ташып түгелеп, плита һүнеп, бүлмәлә газ йыйылып, янғын сығыуға сәбәп була.
Газ плитаһы менән һаҡһыҙ эш итеүгә тағы ла күп миҫалдар килтерергә булыр ине. Гәзит уҡыусылар былай ҙа беҙҙең нимә әйтергә теләгәнде аңлағандыр инде: аш-һыу бүлмәһендәге газ плитаһында бешеп, ҡайнап ултырған аш-һыуҙың янынан китмәҫкә, улар әҙер булып, газ плитаһын һүндергәс кенә башҡа эшкә тотонорға, ял итергә мөмкин. Бәлә аяҡ аҫтында, тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.