Все новости
Общие статьи
10 Ноября 2017, 16:24

БЕР СӘСКӘ ЯЛАНДЫ МАТУРЛАМАЙ

Минең туған телем – башҡорт теле тиһәм дә, рус теле тиһәм дә, яңылышмаҫмын, тип уйлайым. Сөнки мин башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Ауыр булһа ла, башҡорт телендә аралашырға тырышам. Сөнки ул йомшаҡ та, наҙлы ла, яғымлы ла. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең шиғырында башҡорт телен юҡҡа ғына ошондай юлдар менән данламай:

Минең туған телем – башҡорт теле тиһәм дә, рус теле тиһәм дә, яңылышмаҫмын, тип уйлайым. Сөнки мин башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Ауыр булһа ла, башҡорт телендә аралашырға тырышам. Сөнки ул йомшаҡ та, наҙлы ла, яғымлы ла. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең шиғырында башҡорт телен юҡҡа ғына ошондай юлдар менән данламай:

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт
теле!

Бәләкәйҙән балалар бишек йырҙарын, әкиәттәрҙе, хикәйәләрҙе әсәләренән ишетә. Уның күңелендә туған теленә ҡарата һөйөү барлыҡҡа килә. Башҡорт ауылында йәшәһәк тә, бик күп ата-әсәләр үҙ балаларына икенсе телдә “мама”, “папа”, хатта “бабуля” тип өйрәтә һәм “әсәй”, “атай” тигән һүҙҙәрҙән кескәйҙәрен мәхрүм итә. Ҙурая килә улар туған телдәрен бөтөнләй онотасаҡ. Мәктәптә телдең нескәлектәренә төшөнәбеҙ, ҡағиҙәләрен үҙләштерәбеҙ, лексикаһын өйрәнәбеҙ. Шул ваҡытта уның ниндәй бай икәнен асыҡлайбыҙ. Бында беҙгә бөйөк шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ ярҙам итә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй, туған телдең ысын фанаттары итә.

Йәмғиәткә килгәндә, ҡайһы бер балалар үҙ телдәренән ояла, вата-емерә рус телендә һөйләшә. Кем ғәйепле? Тәрбиә бит ғаиләнән башлана. Әгәр ата-әсә быға ҡул һелтәй икән, артабан нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс. Телебеҙ тере булһа, илебеҙ ҙә һаҡланыр. Туған телеңдә уҡый-яҙа белмәү - үҙеңде хөрмәт итмәү. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар ҙа, әйләнеп ҡайталар, туған телдәрендә моңло итеп һайрайҙар. Телһеҙ ҡалыу - Тыуған илһеҙ ҡалыу, тигәнде аңлата.

Быйыл мәктәптә туған телдәрҙе теләк буйынса өйрәнергә мөмкин тигәнде ишеткәс тә, күбеһе рус телен өйрәнергә ташланды. Ата-әсәләр нимә уйлай икән? Әгәр бөгөн киләсәкте уйламаһаҡ, кем тырышыр беҙҙең өсөн? Киләсәк быуынға ниндәй телде ҡалдырырбыҙ? Телһеҙ кеше – яңғыҙ кеше, ә бер сәскә яланды матурламай. Шуның өсөн уяу булайыҡ, уянайыҡ, рухлы булайыҡ, битараф булып ҡалмайыҡ!

Башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле. Туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк. Телебеҙ - халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы.

Артем БОЧАРЕВ,
Бахмут мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы


Читайте нас: