Все новости
Общие статьи
10 Ноября 2017, 16:10

ФӘҠИРҘӘРҘЕҢ ДУҪЫ БАШ ҠАЛҠЫТА

Ҡалабыҙҙың дөйөм ятаҡтарындағы хәлдәр, уларҙа йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше хаҡында «Юшатыр» гәзите яҙып тора.


Ҡалабыҙҙың дөйөм ятаҡтарындағы хәлдәр, уларҙа йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше хаҡында «Юшатыр» гәзите яҙып тора.

Яңыраҡ редакцияға оло ғына йәштәге А.С. тигән бер ағай килде, ятаҡта ғүмер һөрә икән. Ғәҙеллек эҙләп башҡа барыр ерем ҡалманы, тип беҙгә килгән.

«Ятаҡты тараҡан менән ҡандала баҫты, йәшәр әмәл юҡ, – ти. –Санэпидемстанцияға барҙым, аҡса бирәм, миңә ағыу һатығыҙ, тиһәм, сысҡанға ғына бар, тараҡанға юҡ, тиҙәр. Ана, бөтә общага менән аҡса йыйығыҙ ҙа, бар ятағығыҙҙы ағыулайбыҙ, тиҙәр. Сөнки бер генә бүлмәне эшкәртеү менән файҙаһыҙ – ҡандала ла, тараҡан да үлеп бармай торған януар».

Ҡандала – фәҡирҙәрҙең дуҫы, юлдашы. Онотоп бөттөк был хәшәрәтте, теге замандарҙа ҡалды, тиһәк, бына улар яныбыҙҙа йәшәп ята, ҡанды һура, тәнде ҡысыттыра, йәнде ашай...


Редакциянан:

Был мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙәрен һорап беҙ түбәндәге ойошма етәксеһенә мөрәжәғәт иттек.

СКОТАРЕВА Мария Александровна, «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» һаулыҡ һаҡлау федераль бюджет учреждениеһының Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарындағы филиалы начальнигы:

«Был дөйөм ятаҡ ҡайһы ремонт-эксплуатация идаралығына (РЭУ) беркетелһә, тараҡан, ҡандалаларға ҡаршы эшкәртеү эштәрен ул ойошторорға тейеш. Бының өсөн РЭУ-ның мастеры яуаплы. Ул беҙҙең ойошмаға заявка яҙа, РЭУ аҡса күсерә. Беҙ дөйөм ятаҡҡа барып ҡандала, тараҡандарҙы ағыулайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, ә был ваҡытта беҙ ҡайҙа йәшәп торорға тейеш, ти. Эшкәртеүҙе иртән үткәргәс, кискә табан унда йәшәүселәр бүлмәләренә тыныс күңел менән ҡайта ала».
Читайте нас: