Все новости
Общие статьи
10 Ноября 2017, 16:32

ХАТАЛАНМАЙЫҠ!

Юмореска Йәйге каникулдан һуң мәктәп директоры уҡытыусыларҙы педсоветҡа йыйҙы. Коллегаларына асыулы ғына күҙ һирпеп алды ла, ҡаты итеп тамаҡ ҡырып, һүҙен башланы:- Йәмәғәт, уҙған уҡыу йылында ебәргән хаталарҙы, зинһар, быйыл ҡабатламайыҡ. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәрҙең хаталары беҙгә бик ҡиммәткә төштө.

Юмореска

Йәйге каникулдан һуң мәктәп директоры уҡытыусыларҙы педсоветҡа йыйҙы. Коллегаларына асыулы ғына күҙ һирпеп алды ла, ҡаты итеп тамаҡ ҡырып, һүҙен башланы:

- Йәмәғәт, уҙған уҡыу йылында ебәргән хаталарҙы, зинһар, быйыл ҡабатламайыҡ. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәрҙең хаталары беҙгә бик ҡиммәткә төштө. Тә-әк, ҡайҙа әле беҙҙең математика уҡытыусыһы? Әһә, Фәризүн Әфләтүныч ҡаршымда ултыра икән. Йә, хөрмәтлем, коллектив алдында яуап тота алаһыңмы? Күпме ялындыҡ, күпме һораныҡ һинән, ни йәнең менән Мөтиғуллин малайына алгебранан икеле ҡуйҙың?

Фәризүн Әфләтүновичтың бик оҫта математик булыуын, әммә директор алдында ни эшләптер юғалып ҡалыуын мәктәптә беләләр ине.

- Ни бит, - тине ул, ҡаушауынан тотлоға башлап. - Ул малай хатта ҡабатлау таблицаһын да белмәй, уның ҡарауы телләшергә булдыра.

- Һин ул егттең атаһының мәктәпкә ремонт яһаусы ойошманың башлығы булыуын беләһеңме? - тип туҡтатты уны директор. - Белһәң шул, ул Мөтиғуллин йәй башында уҡ ремонт яһай башланы һәм юҡҡа сыҡты. Минеңсә, сәбәбе — малайына алгебранан икеле сығарғанды ишеткәндер. Тәк шту, һин, Фәризүн Әфләтүныч, мәктәптә ремонт яһауҙы тотҡарлаусы кеше булаһың түгелме? Ошо арала рононан мәктәптә бер урынды ҡыҫҡартығыҙ, тип шылтыраттылар. Бына һин, Фәризүн Әфләтүныч, ҡыҫҡартылыуға беренсе кандидат булып ҡаласаҡһың.

Математика уҡытыусыһы быны ишетеүгә йөрәген тотоп, гөрһөлдәп урынына ауҙы. Директорҙың быға аҙ ғына ла иҫе китмәне һәм ул бер ни булмағандай йыйылышты дауам итте:

- Хуш, сиратта кем була беҙҙең? - тип, алдында ултырған уҡытыусыларға ҡарсығалай ҡараш ташланы. - Быйыл мәктәп ишек алдына асфальт түшәргә планлаштырҙыҡ, әммә барып сыҡманы. Ни өсөнмө? Сәбәбе бик ябай: беҙҙең коллегабыҙ, рус телсеһе Мәғфәриә Ибәтовна асфальт йәйеүселәр бригадиры улына һуңғы сиректә икеле сығарған. Хәҙер ишек алдында асфальт яртылаш ҡына. Мәғфәриә Ибәтовна, яуабыңды ишетәһе килә, әгәр ул малайҙың икелеһен төҙәтмәһәң, ишек алды мәңгегә шулай яртылаш асфальт килеш ҡалырмы?

Рус теле уҡытыусыһы бер ҡулы менән сәсен төҙәткеләп, икенсеһенә, илап ебәрһә, күҙ йәшен һөртөргә ҡулъяулыҡ әҙерләп, урынынан тороп баҫты:

- Ул уҡыусы рус әҙәбиәтен бөтөнләй уҡымай һәм белмәй, телевизорҙан кино ҡараһам, миңә шул етә, ти. Алтын балыҡ тураһындағы әкиәтте үткән саҡта: «Пушкин кем ул?» - тип һораным. Беләһегеҙме, ниндәй яуап ҡайтарҙы? «Телевизорҙан сәйгә реклама яһаусы Пушкинды әйтәһегеҙме?» - тине.

- Хөрмәтле, Мәғфәриә Ибәтовна, Пушкинды ҡай саҡ үҙем дә аңлап бөтөрмәйем. Бик ҡурҡыныс заманда йәшәгән, белмәҫһең, ул атҡанмы, уға атҡандармы, хәҙер уны асыҡлап торорға ваҡытыбыҙ юҡ. Ул малайҙың икелеһен кисекмәҫтән төҙәтегеҙ, юғиһә, мәктәп ишек алды шулай ярым-йорто түшәлгән килеш ҡаласаҡ.

Бисара рус теле уҡытыусыһы нимәлер иҫбатларға тырышып, директорға ҡаршы төшөп маташты. Әммә бының файҙаһыҙ булыуын аңлап, ҡул һелтәп, сумкаһынан баш дарыуы эҙләй башланы. Директор быға иғтибар итмәйенсә ҡабат телгә килде һәм уҡытыусылар араһынан сираттағы ҡорбанын эҙләй башланы:

- Һүҙ ҙә юҡ, тарих бик ҡатмарлы фән, шуға ла ҡарамаҫтан беҙ уны йырып сығырға тейешбеҙ. Һин, Зирәк Кәлимулыч, ул яҡтан бик оҫта һөйләйһең, әммә тарих уҡытҡанда Зөлҡәрнәев малайына икеле ҡуйып ҙур яңылышлыҡ ҡылғанһың. Уның глава тирәһендә эшләүен әйтеп тә тормайым, тик беләһе килә, икеле ҡуйырлыҡ нимә әйтте ул?

Тарих уҡытыусыһы галстугын төҙәткеләп, бик оҙаҡ тамаҡ ҡырғандан һуң урынынан күтәрелде:

- Ул баланың тарихты белмәүе тураһында әйтеп тә тормайым. Мине шул ғәжәпләндерҙе: Спартак тураһында һорағас, ауыҙын йырып, «Быны урамдағы һәр бер малай белә, «Спартак» - чемпион» - тип яуап бирҙе.

Әммә директор тарих уҡытыусыһының һүҙен бүлдерҙе:

- Хөрмәтле коллега! Ҡыҙмайыҡ әле, тарихты хәҙер ҡырҡҡа төрләндерәләр, телевизорҙан илле йыл элек булған ваҡиғаны бөгөн былай, иртәгә тегеләй итеп күрһәтәләр. Бына ышан уларға, ә һин Спартак тиһең...

Директорҙың һүҙе бөтмәгән икән әле һәм ул сираттағы һөжүмен башланы:

- Кисә сантехника кибете хужаһы шылтыратты: «Әгәр ҡыҙыма нимес теленән бишле сығарһағыҙ, бушҡа өс фин унитазы ҡуйып бирәм» , - ти. Нелли Хаҡовна, нисек ул ҡыҙҙың нимес теле яғынан?

Ҡаушауынан ҡыҙарып сыҡҡан нимес теле уҡытыусыһы урынынан тороп баҫты:

- Ул ҡыҙ нимессә уҡый ҙа, яҙа ла алмай, үҙегеҙ уйлағыҙ, ҡайҙан алайым уға бишле билдәһен? - тине ул ни эшләргә белмәйенсә.

Күренеп торғанса, директор был йыйылыштан үҙе лә ғарҡ ине булһа кәрәк һәм тиҙерәк йомғаҡлау яғын ҡараны:

- Ҡәҙерле Нелли Хаҡовна, беҙҙең бабайҙар заманында уларҙы телде белмәйенсә генә еңеп ҡайттылар. Ул сантехника хужаһы беҙҙән ҡытай теленә өйрәтеүҙе һорамай, нимес теленән бишле ҡуйһағыҙ шул етә.

Ошо урында етәксе был тамашаға һуңғы нөктәһен ҡуйҙы:

- Ярар, йәмәғәт, әйтәһен әйттем кеүек, шул рәүештә эшләһәк был йылды ла уңышлы тамамларбыҙ, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Йәгеҙ, ҡаршы килеүсе бармы мин әйткәндәргә? Юҡтыр, тип уйлайым, сөнки һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ урынында тыныс ҡына эшләп, хеҙмәт хаҡы алаһы килә.
Читайте нас: